АРҠАУЫЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Салауат р‑ны. 1876 й. Монай 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1914 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1910) алып 2 класлы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс (1920 й. алып Арҡауыл мәктәбе), 1934 й. — А.М.Таһиров ис. колхоз йәштәренең өлгөлө мәктәбе, 1937 й. хәҙ. статусын ала. 2009 й. Байыҡ Айҙар исеме бирелә. Тарих‑этнография музейы бар; мәктәп бинаһында район муз. мәктәбенең филиалы эшләй. А.у.м. м‑н Т.Х.Аслаев, Х.С.Искәндәрова, З.Т.Үтәғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1948 й. алып мәктәпте 2,5 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.С.Головин, А.З.Ғәйфуллин, Х.М.Йосопов, Т.Ғ.Ҡаймирасова, Д.Ә.Нуриев, С.Һ.Ханов, Ф.Х.Харисов, Р.Б.Шәйхисламов, Р.В.Әбүбәкеров.

Н.Х.Бабаджанова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.