МЕДИАТОРҘАР, н е й р о т р а н с м и т т е р ҙ а р (лат. mediator — аралашсы), ҡуҙғыуҙы нервы бөтөмөнән эшләүсе ағзаға йәки бер нервы күҙәнәгенән икенсеһенә күсереүҙе тормошҡа ашырған химик матдәләр. М. бүленеүе синапстарҙа (махсуслашҡан күҙәнәк-ара контакттар өлкәһе) нервы импульстары тәьҫире аҫтында бара. М. күҙәнәк тышындағы арауыҡ аша (синаптик ек) үтә һәм мишень күҙәнәк мембранаһының үҙенсәлекле рецепторҙары м‑н бәйләнешкә инә, һөҙөмтәлә уның төрлө иондар өсөн үткәреүсәнлеге арта һәм электр потенциалы үҙгәрә. Һуңғы һөҙөмтә булып ҡуҙғыу йәки тотҡарланыу процестарының үҫеше тора. Тәүгеләрҙең береһе булып ацетилхолин М. асыла, ул импульсты мускул епсәһенә күсереүҙә ҡатнаша, һөҙөмтәлә һуңғыһы ҡыҫҡара. Катехоламиндар (адреналин, дофамин һ.б.) үҙәк һәм периферик нервы системаларында стимуллап һәм ингибирлап тәьҫир итә. М. ролен ҡайһы бер аминокислоталар (g‑аминомайлы к‑та, глицин һ.б.) һәм нейропептидтар (аминокислота ҡалдыҡтарынан торған ҡыҫҡа сылбырҙар) башҡара. 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан алып Биохимия һәм генетика институтында дофамин һәм серотонин рецепторҙары һәм таратыусылары гендары полиморфизмы алкоголизмға, агрессив ҡылыҡтарға, наркоманияға һәм шизофренияға бирешеүсәнлекте билдәләүсе ген-кандидаттар сифатында өйрәнелә (А.Э.Гәрәева, Э.К.Хөснөтдинова). 

В.Ғ.Шамратова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.