МЕДВЕДЕВА Елена Александровна (21.4.1921, Новосибирск ҡ. — 22.2.2005, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.А.Бычкованың апаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1943) 2‑се Украина фронтында хәрби табип, 1946— 59 йй. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда, 1960—92 йй. БДМИ‑ла эшләй: 1967—89 йй. дерматовенерология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1968—82 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге венерик, йоғошло тире ауырыуҙарының микологияһы, эпидемиологияһы һәм иҫкәртеү мәсьәләләренә; кешенең зооноз дерматофиттар тыуҙырған ауырыуҙарын, балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә гонорея м‑н сифилисты, респ. бәшмәк ауырыуҙарының таралыуын өйрәнеүгә арналған. М. ҡатнашлығында микроспория һәм трихофитияның яңы тыуҙырыусылары асыҡлана. Башҡ‑н дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе (1970—93). 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Руководство по медицинской микологии. М., 1978 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.