МЕДВЕДЕВ Юрий Анатольевич (15.8.1949, Өфө), иммунолог‑аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1989), проф. (1992). Е.А.Медведеваның улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 2012 й. башлап Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге инфекцион һәм инфекцион булмаған, ш. иҫ. микотик иммунопатология проблемаларына, химик берләшмәләр һәм биопрепараттарҙың шешеүгә ҡаршы тәьҫирен өйрәнеүгә, дерматофитияларҙың диагностикаһын һәм терапияһын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында нейтрофилдар фагоцитозын активлаштырыу ысулы, инфильтрат һәм зооантропоноз трихофитияларҙы дауалау алымдары һ.б. эшләнгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Иммунные основы патогенеза, иммунодиагностика и иммунотерапия при аллергической патологии лёгких. Уфа, 1999 (авторҙ.); Диагностика и коррекция иммунной реактивности детей с заболеваниями респираторного тракта при различных вариантах нарушения функционального резерва фагоцитирующих клеток крови. Уфа, 2005 (авторҙ.); Иммунотерапия гнойно‑воспалительных заболеваний. Уфа, 2006 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.