МАХАОН (Papilio machaon), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ҡанатының ҡоласы 6,5—9 см, һары төҫтә, ситтәре ҡара ҡаймалы һәм һары уйымлы. Артҡы ҡанаттары зәңгәрһыу күк таптары булған ҡара таҫмалы, остарында берәр көрәнһыу ҡыҙыл тап һәм оҙон ҡара төҫтәге ҡойроҡ рәүешле үҫенте бар. Йомортҡалары һарғылт, ярымшар рәүешендә, ҡыҙғылт көрән осло, сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең япраҡтарына һала. Ҡарышлауығы йәшел төҫтә, эре, һәр бер сегментында ике арҡыры ҡара һыҙат бар, уларҙың киңерәге 6—8 ҡыҙыл таплы; башының артҡы яғында ҡуҙғалғанда үҙенсәлекле еҫ сығара торған эскә батҡан муҡса һымаҡ 2 биҙ урынлашҡан. Үҫемлектәрҙә ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары йәшел йәки көрән төҫтә, ваҡ ҡара төрткөлө. БР шарттарында бер йыл эсендә 2 быуынға тиклем үҫә. Ҡурсаҡтары ҡышлай. Күбәләктәр яҙын сыға, көндөҙ әүҙемдәр, сәскә нектары, ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәре м‑н туҡлана. БР‑ҙың дала, урман һәм урман-дала зоналарында йәшәй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.