МАРТЫНЕНКО Василий Борисович (20.10.1974, Бөрө ҡ.), геоботаник. БР ФА проф. (2016), биол. ф. д‑ры (2009). Воронеж урман‑техника акад. тамамлаған (1996). 1999 й. алып Өфө Биология ин‑тында эшләй: 2003 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2004 й. — геоботаника һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2015 й. алып дир. вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәр донъяһын һәм уның динамикаһын, үҫемлектәрҙең һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәрен өйрәнеүгә, биотөрлөлөктө һаҡлауҙы фәнни яҡтан тәьмин итеүгә арналған. М. тарафынан Көньяҡ Урал урмандарының төп зона типтарына һәм уларҙың тау варианттарына ентекле синтаксономия эшләнә, уларҙың төрлөлөгө формалашыуының ботаник‑геогр. законлыҡтары һәм төп факторҙары асыҡлана. М. “Башҡортостан Уралы” биосфера резерватын проектлауға етәкселек итә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Леса Башкирского государственного природного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2003 (авторҙ.); Флора и растительность Южно‑Уральского государственного природного заповедника. Уфа, 2008 (авторҙ.); Уникальные памятники природы — шиханы Тратау и Юрактау. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.