МАРКОВА Елена Николаевна (1897 й. июне, Днепропетровск ҡ. — ?), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1949). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1922) Ульяновск ҡ. психиатрия дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй, 1926 й. алып Башҡ‑н респ. психиатрия дауаханаһында (1932 й. башлап бүлек мөдире), 1936—46 йй. Респ. психоневрология диспансеры мөдире, бер үк ваҡытта 1937 й. алып БДМИ‑ла уҡыта. 1949 й. башлап Ленинградта эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге эпилепсия ваҡытында азотлы матдәләр алмашыныуы боҙолоуын, баш һөйәгенең ябыҡ травмалары ваҡытында психопатологик синдромдарҙы, психик ҡаҡшауҙар этиологияһына экзоген факторҙар тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.