МАРАЛ, б о л а н  (Cervus elaphus),  ҡуш тояҡлылар  отрядының боландар  ғаиләһенә ҡараған  имеҙеүсе.  Евразияла, Төньяҡ  Америкала, Төнья  ҡ - К ө н б а й ы ш  Африкала  таралған.  Кәүҙә оҙонлоғо  240 см, мундаһының  бейеклеге  155 см, ауырлығы  300 кг, инә болан вағыраҡ. Төҫө  йәйен ерәнһыу‑көрән, ҡышын — һорғолт  йәки көрән, өҫкө ирене, ҡорһағы,  аяҡтары һәм ҡойроҡ эргәһе “көҙгөһө”  аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса,  асығыраҡ төҫтә, ата М. тармаҡлы  (9 тармаҡҡа тиклем) мөгөҙҙәре бар,  улар март—апр. төшә, яңылары июлгә  үҫеп сыға. Ҡолаҡтары ҙур, овал  формала. Муйыны ҡыҫҡа, аҫ яҡтан  оҙон төк м‑н ҡапланған. Аяҡтары  оҙон, тояҡтары киң. Ҡойроғо 15 см.  Полигам. Енси яҡтан 15—16 айҙа  өлгөрә. 1, һирәк осраҡта 2 тимгелле  быҙау тыуҙыра. 15—16 (һирәк осраҡта  20) йыл йәшәй. Башлыса иртән  һәм кисен туҡлана. Үлән һәм ағас‑ҡыуаҡ  үҫемлектәр, лишайниктар, бәшмәктәр,  ҡышын — ағас ҡабығы, бесән,  имән сәтләүеге м‑н туҡлана. 19 б.  1‑се ярт. тиклем М. барлыҡ Башҡортостан  (Көньяҡ) Уралы буйлап  таралған була, 1941—42 йй. Башҡорт  ҡурсаулығы терр‑яһына Алтайҙан  килтерелгән 39 болан ебәрелә,  улар климат шарттарына уңышлы  яраҡлаша. Ҡыраҡа һәм Уралтау  һырттарының япраҡлы, ҡатнаш урмандарында  һәм тау далаларында  йәшәй. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына  индерелгән.  

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.