МАҢҠА АУЫРЫУЫ, кеше һәм хайуандарҙың Burkholderia mallei бактериялары тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Хайуандарҙан йомро тояҡлылар (аттар, ишәктәр, ҡасырҙар, ҡасыр‑ишәктәр) нығыраҡ бирешеүсән, һирәк осраҡта ауырыу дөйәләрҙә һәм йыртҡыстарҙа осрай. Ауырыу тыуҙырыусыны таратыусылар — ауырыу хайуандар. Ауырыу йәрәхәтләнгән тире һәм лайлалы тиресә аша алиментар юл м‑н йоға. Инкубация осоро 2 көндән 21 көнгә тиклем. Төп билдәләре: тән т‑раһының күтәрелеүе, йөрәктең хәлһеҙлеге, үпкәлә һ.б. эске ағзаларҙа, лайлалы тиресәлә, тирелә маңҡа төйөрҙәре, һуңынан сей яралар барлыҡҡа килеүе. Ауырыу хайуандарҙы асыҡлау өсөн махсус диагностик һынауҙың (маллеинизация) мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау үткәрелмәй, зарарланған хайуандарҙы юҡҡа сығаралар. Иҫкәртеү: аттарҙы йыл һайын яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан маллеинизациялау, һуғым һуйыу алдынан клиник тикшеренеүҙәр үткәреү һәм маллеинизациялау һ.б. М.а. Рәсәйҙә, ш. иҫ. Башҡортостанда, 1940 й. бөтөрөлә. М.а. эпизоотологик үҙенсәлектәренең фәнни тикшеренеүҙәре респ. 30‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында Г.И.Исанин тарафынан үткәрелә.

Әҙәб.: Исанин Г.И. Итоги борьбы с сапом в Башкирии и дальнейшие задачи //Труды Башкирской научно‑исследовательской ветеринарной станции. Уфа, 1941. Т.3.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.