МАННАПОВА Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы [4.1.1955, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандра ҡсб (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], ветеринар врач. Биол. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) 1980 й. тиклем һәм 1985 й. алып шунда уҡ эшләй (2001 й. башлап паразитология, микробиология һәм вирусология каф. мөдире). 2008 й. алып Рәсәй аграр ун‑ты — К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. академияһында. Фәнни тикшеренеүҙәре икенсел иммунодефициттарҙы, дисбактериозды, а.х. малдарының гормональ һәм органик булмаған матдәләр алмашыныуы боҙолоуын диагностикалауға, уларҙы умартасылыҡ продукттары, пробиотиктар, цеолиттар һ.б. ҡулланып иҫкәртеү арналған. М. тарафынан эренле‑катараль эндометритты, һыйырҙарҙың маститын һ.б. дауалау өсөн прополисты лазер терапияһы һәм новокаин блокадаһы м‑н бергә ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Регуляция защитных функций микробиоценоза кишечника при инфекцион‑ ных и ассоциативных заболеваниях живот‑ ных. М., 2001 (авторҙ.); Микробиология и иммунология. М., 2013; Морфофункциональные, иммунологические и микробиологические реакции организма на стресс и их коррекция необ‑ работанным янтарём и маточным молочком пчёл. М., 2014 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.