МАННАНОВА Флора Фәтих ҡыҙы (19.9.1946, Галле ҡ., Германия), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) 1979 й. тиклем Өфөнөң 1‑се стома‑ тология поликлиникаһында эшләй. 1981 й. алып БДМУ‑ла (1984 й. башлап ортопедик стоматология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге бала‑ ларҙа теш‑яңаҡ деформацияларын һәм аномалияларын иртә диагности‑ калау, иҫкәртеү һәм дауалауға, ор‑ топедик һәм ортодонтик технологиялар ҡулланып стоматологик ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында сәйнәү функцияһын диагностикалау, өҫкө яңаҡ‑ тың фронталь тарайыуын дауалау ысулдары, стоматология инструменттары (теш таждарын ҡырҡыу өсөн ярғыс, универсаль лабиометр, антропометр), алынмалы теш протездарын нығытып ҡуйыу өсөн состав һ.б. эшләнә. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Комплексное лечение заболеваний пародонта при скученном положении зубов. Уфа, 2007 (авторҙ.); Оптимизация ортопеди‑ ческого лечения стоматологических больных в пожилом и старческом возрасте. Уфа, 2008 (авторҙ.); Оценка степени риска и индивидуальное прогнозирование результатов ортопе‑ дического лечения при дефектах зубных рядов несъёмными протезами. Уфа, 2011 (авторҙ.). 

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке