МАМЫҒҮЛӘН (Puccinellia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт М., гигант М., оҙонтәңкә М., аралы М. һәм нескә М. Күп йыллыҡ үләндәр, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабаҡтары төҙ, нескә, бейеклеге 30—60 см. Япраҡтары нәҙек төрөлгән йәки яҫы тупаҡланған. Аҫҡы сәскә тәңкәләре ярылы, тупаҡ йәки киртләсле. Ваҡ 2—8 сәскәле башаҡтар һепертке сәскәлектәргә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июнь— авг. өлгөрә. Галофиттар. Татырлы болондарҙа, тоҙло тупраҡта үҫә; Гаупт М. — юл буйҙарында, торама пункттарҙа үҫкән һирәк осраусы ситтән килтерелгән үҫемлек. М. Башҡортостандың Урал аръяғында, Башҡортостандың Урал алдының (Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә р‑ндары) дала зонаһында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, рудераль үҫемлектәр

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке