МАЛЬХАНОВ Владимир Борисович (24.5.1946, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (1974—2013 йй. бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге күреү ағзаһының инфекцион, аллергик, аутоиммун һ.б. шешеү ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. М. ҡатнашлығында ауырыуҙарҙың патогенезын, вирусҡа ҡаршы һәм антибиотик препараттарҙы ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын өйрәнеү өсөн офтальмоинфекцияларҙың эксперименталь моделдәре (мөгөҙсәнең герпес‑стафилококк сей яраһы һәм герпес‑зәңгәр эренле инфекцияһы, күҙҙең селтәрле ҡабығының хориоретиниты һәм герпетик этиологиялы киҫкен некрозы); аденовируслы һәм хламидиялы конъюнктивиттарҙы, күҙ демодекозын, герпетик кератитты, увеиттарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә. 520‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Аденовирусные и хламидийные заболевания глаз. Уфа, 1995 (авторҙ.); Редкие случаи в клинической офтальмологии. Уфа, 2005 (авторҙ.); Атлас глазной патологии. 2‑е изд. М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.