МАЛЬВА 1) г ө л н ә ф и с (Malva), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: мавритания М., таҡыялы М., ябай М., тәпәш М. Бер, ике йәки күп йыллыҡ төклө үләндәр. Һабаҡтарының бейеклеге 30—200 см, күпселек төрҙәрҙә төҙ, тармаҡлы, йыуан, тәпәш М. — түшәлеүсән йәки күтәрелеүсән. Япраҡтары һаплы, сиратлы, бөтөн, йомро‑йөрәк формаһында, айырсалы йәки бармаҡса теленгән, ситтәре бысҡы тешле йәки киртләсле‑тешле. Сәскәләре ваҡ йәки эре, ал, алһыу күк, ҡыҙыл, аҡ төҫтәрҙә, япраҡ ҡуйындарында йәки ос шәлкемдәрендә йыйылған, һирәк осраҡта яңғыҙар. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—окт. өлгөрә. Рудераль үҫемлектәр, БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай. Декоратив үҫемлектәр, баллы үҫемлектәр. Составында дуплаусы матдәләр, лайлалар, эфир майҙары бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 2) шток‑роза һәм хатьма затына ҡараған үҫемлектәр.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке