МАЛИЕВСКИЙ Олег Артурович (18.5.1966, Өфө), балалар эндокринологы. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). В.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа эндокрин ауырыуҙарҙы, ш. иҫ. шәкәр диабетын, боғаҡты иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау, үҫеш һәм енси өлгөрөү патологияһы проблемаларына арналған. М. ҡатнашлығында төрлө йәштәге балаларҙың йәшәү сифаты, яңы тыуған балаларҙы гипотиреоз һәм адрено‑гениталь синдромға скрининг‑тикшереү һөҙөмтәлелеге өйрәнелә, нәҫелдән килгән эндокринопатияларҙы диагностикалау ысулдары камиллаштырыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Йоддефицитные состояния у детей Российской Федерации. М., 2003 (авторҙ.); Дефицит кальция и остеопенические состояния у детей: диагностика, лечение, профилактика. М., 2006 (авторҙ.).

 

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.