МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович (18.5.1966, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2006), проф. (2007). О.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2001— 04 йй. Респ. балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ревматология һәм кардиология мәсьәләләренә арналған. М. ҡатнашлығында төрлө йәштәге балаларҙың йәшәү сифатына мед.‑биол. һәм соц.‑гигиеник факторҙар йоғонтоһо, ревматик ауырыуҙарҙың таралышы һәм структураһы өйрәнелә, хроник ауырыуҙарҙың балаларҙың йәшәү сифатына йоғонтоһон баһалау өсөн йәшкә бәйле енес күрһәткестәренең популяция нормативтары, ювениль артритлы ауырыуҙар регистрҙары б‑са ЭВМ өсөн программалар эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Качество жизни детей. М., 2011 (авторҙ.); Ювенильные хронические артриты. М., 2011 (авторҙ.). 

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.