М А Л А К С И С (Malaxis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыңар япраҡлы М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә бүлбе һымаҡ йыуан, бейеклеге 8— 30 см. Япрағы, ғәҙәттә, яңғыҙ, оҙонса йәки йомортҡа формаһында, оҙон һап булып тарая, һабаҡтың төбөндә урынлашҡан. Сәскәһе ваҡ, йәшкелт һары төҫтә, уралған сәскә һабына йыйылған. Тышҡы әйләнә япраҡсалары ланцет формаһында, ирекле, эскеһенеке — ҡыяҡ, аҫҡа табан йүнәлтелгән. Ирене 2—3 мм оҙонлоҡта, төбөндә киң йомортҡа формаһында, осло башлы. Сәскәлеге — күп сәскәле тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Асыҡ ылыҫлы урмандарҙа, дымлы ҡайынлыҡтарҙа һәм болондарҙа, мүкләнгән ҡаяларҙа үҫә. Һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.