МАЛАКОЛОГИЯ (гр. malakion — моллюск һәм ...логия), зоологияның моллюскыларҙы өйрәнеүсе бүлеге. Башҡортостанда М. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы ваҡытында башлана, уның ҡатнашыусылары Ағиҙел й. ҡабырсаҡтарын (В.В.Властов), перламутр запастарын (Д.И.Мансветов), Ағиҙел, Ҡариҙел йй. моллюскылар йыйыуҙы (В.И.Жадин) тикшергән. 1935— 38 йй. М.Я.Соколов йылға ҡабырсаҡтарының биол. өйрәнә, респ. 25 төр моллюск булыуын күрһәтә. 40‑сы йй. башында Ағиҙел й. төбөнөң фаунаһын В.И.Бухалова өйрәнә (Воронеж ҡ.), ул ҡайһы бер төр моллюскыларҙың, ш. иҫ. йылға дрейсенаһы, барлығын билдәләй. 60‑сы йй. Ветеринария лабораторияһында дикроцелийҙарҙың — үлән ашаусы хайуандар бауыры паразиттарының ваҡытлы хужалары булып торған ер өҫтө моллюскыларын өйрәнеү м‑н шөғөлләнгәндәр (Х.В.Әйүпов); 70‑се йй. Яңауыл р‑нында моллюскыларҙың 24 һыу һәм 13 ер өҫтө төрө теркәлгән (С.М.Вәлиуллин, Р.Ғ.Кузеева һ.б.). 70—90‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында Ағиҙел й., Өргөн күле, Ҡарман һыуһаҡлағысы, Башҡортостан милли паркы һыу ятҡылыҡтарының һ.б. урындарҙың моллюскыларын (В.Г.Боев), уларҙың ҡабырсаҡтарына Chaetogaster limnaei балдаҡлы селәүсене оялауын өйрәнгәндәр (М.Ғ.Баянов).

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке