МАЛ ЧУМАҺЫ, инфекцион ауырыуҙар төркөмө, башлыса киҫкен үтә, клиник билдәләре күп, йоғошло, үлем м‑н тамамлана. Ауырыуҙы үҙенсәлекле вирустар тыуҙыра. Ауырыу мал‑тыуар араһында киҙеү рәүешендә тарала, йылдың төрлө миҙгелендә барлыҡҡа килә, бөтә йәш төркөмөнә ҡараған малды зарарлай.

Сусҡа чумаһы. Классик һәм Африка (Африка биҙгәге, Монтгомери ауырыуы) төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Ауырыуҙы тыуҙырыусы: классик С.ч. — составында РНК булған Flaviviridae ғаиләһенең Pestivirus затына ҡараған вирусы, Африка С.ч. — составында ДНК булған Asfarviridae ғаиләһенең Asfivirus затына ҡараған вирусы; тышҡы мөхиттә тотороҡлолар. Африка чумаһы вирусының тәбиғәттәге резервуарҙары — ҡырағай сусҡалар һәм орнитодорос төркөмөнә ҡараған талпандар. Ауырыуҙы тыуҙырыусының сығанаҡтары — ауырыу хайуандар һәм вирус йөрөтөүселәр. Алиментар һәм аэроген юл м‑н йоға: мал аҙығы, көтөүлектәр, транспорт саралары, һирәк осраҡта — йәрәхәтләнгән тире аша. Вирус лимфоциттарға һәм тамырҙың эске көбөнөң күҙәнәктәренә (эндотелиоциттар) үтеп инә, үрсей, организмдың ҡан тамырҙары, аш һеңдереү, һулыш алыу, нервы системаларында некроз тыуҙыра, шешендерә һәм дистрофик үҙгәрештәргә килтерә, иммунитетты ҡаҡшата. Инкубация осоро — 3—8 тәүлек (ҡайһы берҙә 2—3 аҙнаға тиклем). Ауырыу киҫкен, ярым киҫкен, һирәгерәк хроник рәүештә үтә. Төп симптомдары: тән т‑раһының 40,5—41,0°С тиклем күтәрелеүе, пульстың, тын алыуҙың йышайыуы, күп ҡан һауыу, ашҡаҙан‑эсәк юлы эшмәкәрлегенең боҙолоуы, көҙән йыйырыу, фалиж, анемия һ.б. Иммунизацияланған малда классик чума аҙ беленгән билдәләр м‑н типик булмаған формала булыуы мөмкин. Диагностикалау өсөн клиник, лаб. (вирусологик), патологоанатомик, эпизоотологик тикшеренеү мәғлүмәттәрен һәм биопробаны ҡулланалар. Ауырыу малды махсус майҙансыҡтарҙа салалар, үләкһәләрен яндыралар. Иҫкәртеү: ауырыу сусҡаларҙы изоляциялау, карантин, клиник һау малды вакцинациялау һ.б. Башҡортостанда сусҡаларҙың классик чума м‑н ауырыуының һуңғы осраҡтары 2000 й. 6 хужалыҡта теркәлгән.

Йыртҡыс чумаһы. Ауырыуҙы тыуҙырыусы — Paramyxoviridae ғаиләһенең Morbillivirus затына ҡараған вирусы. Эт, төлкө, аҡ төлкө, көҙән, бүре, бесәй, нутриялар һ.б. ауырый, 2—12 айлыҡ хайуандар тиҙ бирешә. Тыуҙырыусы сығанаҡтары — ауырыу хайуандар. Ауырыу аэроген, алиментар юл м‑н һәм енси ағзалар аша йоға. Ауырыу тыуҙырыусы ҡан ағымы м‑н организм буйлап тарала, нервы системаһының боҙолоуына, йөрәк мускулында, бауырҙа, бөйөрҙә, һулыш алыу, аш һеңдереү ағзаларының лайлалы тиресәләрендә, тирелә шешеү һәм дистрофик үҙгәрештәр тыуҙыра. Инкубация осоро — 3—90 тәүлек. Төп симптомдары: тән т‑раһының күтәрелеүе, аппетит юғалыуы, хайуандың үҫеше тотҡарланыуы, конъюнктивит, ринит, йүткереү, диарея, парездар һ.б. Диагностикалау өсөн клиник, гистологик, патологоанатомик, эпизоотологик тикшеренеү мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Дауалау медикаментоз (гипериммун сыворотка, глобулин, антибиотиктар, симптоматик саралар). Иҫкәртеү: ауырыу хайуандарҙы изоляциялау, планлы вакцинация һ.б. БР‑ҙа йыртҡыс йорт хайуандарында теркәлә.

Һыйыр малы чумаһы РФ‑та һәм БР‑ҙа 1928 й. бөтөрөлә. 

 У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.