МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, хайуандар яратып ашаған ҡырағай үҫемлектәр һәм мал аҙығы культуралары. Үҫемлектең аҙыҡ ҡиммәте уның туҡлыҡлылығы, хайуандар тарафынан ашалыуы, япраҡлылығы, көтөүлектәрҙә һәм сабынлыҡтарҙа таралғанлығы м‑н билдәләнә. Ҡырағай төрҙәрҙән М.а.ү. булып бесән, сенаж һ.б. мал аҙыҡтары әҙерләү өсөн ҡулланылған һәм көтөүлек үҫемлектәре булған ҡуҙаҡлылар (сысҡан кәрешкәһе, болон клеверы һ.б.) һәм ҡыяҡлылар (йыйылма айрауыҡ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, болон бүтәгәһе һ.б.) ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үләндәр тора. Башҡортостанда үҫкән күп йыллыҡ үләндәр араһында М.а.ү. булып астра һымаҡтар (британ андыҙы, меңъяпраҡ һ.б.), кесерткән һымаҡтар (ике өйлө кесерткән), күрән һымаҡтар (урман ҡамышы, күпкән күрән һ.б.) тора. Ҡырағай бер йыллыҡ үҫемлектәрҙән мал аҙығына ҡайһы бер ҡуҙаҡлылар (ҡомалаҡ люцернаһы, украин йыланҡуҙағы), ҡыяҡлылар (бер йыллыҡ бажат, йәшел шыртүлән), ҡарабойҙай һымаҡтар (ҡош ҡымыҙлығы, татырлауыҡ ҡымыҙлығы), кесерткән һымаҡтар (баҡса кесерткәне), алабута һымаҡтар (татар ҡара алабутаһы, аҡ алабута һ.б.) яраҡлы. Ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙа респ. ҡайһы бер ағас үҫемлектәре ҡулланыла. Ағас (ботаҡ) аҙыҡ әҙерләү өсөн япраҡ ҡойоусы ағастар (имән, йүкә һ.б.) һәм ҡыуаҡлыҡтар (тал, сәтләүек ағасы һ.б.) ҡулланыла. Шыршы, ҡарағай ағастарының йәшел өлөштәренән ылыҫ оно етештерәләр. Башҡортостанда М.а.ү. өйрәнеү 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы, Тупраҡ‑ботаника бюроһы хеҙм‑рҙәре (А.Н.Богданов, С.Ф.Курнаев, В.А.Михеев) тарафынан башлана, улар төп ҡырағай мал аҙығы үләндәрен аса. Шул уҡ йылдарҙа Ботаника баҡсаһында (ҡара: Ботаника баҡса‑институты) М.а.ү. интродукцияһы б‑са тәжрибәләр үткәрелә, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә 1939— 52 йй. Е.Н.Клобукова‑Алисова тарафынан БР флораһында ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлылар ғаиләләренә ҡараған 30‑ҙан ашыу төр М.а.ү. асыла. 60—80‑се йй. Биология институтында (Ғ.Ҡ.Байков, И.Б.Ғофранова, Е.В.Кучеров, Т.П.Михайлова, Д.К. Ряхова һ.б.) Сосновский балтырғаны, байкал аръяғы ҡымыҙлығы, сыбар леспедеца, яҫы емешле бойҙан һ.б. биологияһын, экологияһын өйрәнеү һәм интродукциялау б‑са тәжрибәләр үткәрелә. Ауыл хужалығы институтында (Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова) а.х. производствоһына индереү өсөн шифалы кәзә һаҡалы, тамырсалы суҡҡыяҡ, аҡ ҡандала үләне, дарыулы ҡырҡъяпраҡ һ.б. тәҡдим ителә. 80—90‑сы йй. Ботаника баҡсаһында (М.С.Мөхәмәтшин, Р.И.Хәйбуллин), “Госсорткомиссия” ла (И.П.Леонтьев), Аграр университетта (М.Х.Кираев, С.Н.Надежкин һ.б.) көнсығыш кәзә үләне, топинамбур, топинсолнечник һ.б. агротехникаһы эшләнә. М.а.ү. араһынан БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Гельм астрагалы, мурт арышбаш, альп клеверы һ.б. индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Мал аҙығы етештереү.

Әҙәб.: К у ч е р о в Е.В., Ф е д о р а к о Б.И., Б а й к о в Г.К. Растительные ресурсы Башкирской АССР и перспективы их рационального использования //Труды Института биологии. Уфа, 1968; К у ч е р о в Е.В., Б а й к о в Г.К., Г у ф р а н о в а И.Б. Полезные растения Южного Урала. М., 1976. 

С.С.Хәйретдинов, М.М.Хәмиҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.