МАКУШКИН Владимир Викторович (17.9.1958, Өфө — 23.11.2009, шунда уҡ), анестезиолог‑реаниматолог, педиатр. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1981), 1982 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында, 2003— 2009 йй. БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге балалар хирургияһы һәм педиатрияла эндохирургик (видеоторакоскопия, лапароскопия) һ.б. операциялар ваҡытында, тикшереүҙең инвазив ысулдарын (бронхоскопия, колоноскопия) ҡулланғанда дөйөм ауыртыуҙы баҫыу мәсьәләләренә, реанимация һәм интенсив дауалау ысулдарын эшләүгә, камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында видеоторакоскопия операциялары яһағанда анестезия тәьмин итеү һәм үпкәләрҙе альтернациялаусы яһалма вентиляция ысулдары, хейлоринопластика ваҡытында дөйөм анестезия алымы эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Х е ҙ м.: Эндоскопическая хирургия у детей. М., 2002 (авторҙ.); Общее обезболивание при эндохирургических операциях у детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Вопросы реанимации и интенсивной терапии в детской хирургии и педиатрии. Уфа, 2006 (авторҙ.).

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.