МАКСИМОВ Игорь Владимирович (17.2.1967, Сыуаш АССР‑ының Ильменкассы а.), биохимик, үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2005), проф. (2013). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) 1989 й. тиклем шунда уҡ эшләй. 1992 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2011 — 13 йй. РФА Өфө ФҮ‑нең фәнни- ойоштороу мәсьәләләре б‑са рәйес урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең иммунитетын өйрәнеүгә арналған. М. тарафынан үҫемлектәрҙең фитопатоген бәшмәктәргә индуцияланған сыҙамлылығын формалаштырыуҙа үҫемлек пероксидазаһының роле, һаҡлаусы аҡһым-оксидоредуктазаларҙы фитогормондарға сыҙамлылыҡ индукторҙары ярҙамында әүҙемләштереү мөмкинлеге билдәләнгән. 330‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Про‑/антиоксидантная система и устойчивость растений к патогенам //Успехи современной биологии. 2006. Т.126. №3 (авторҙ.); Пути регуляции хитоолигосахаридами защитных реакций в растениях пшеницы при инфицировании Bipolaris sorokiniana //Физиология растений. 2007. Т.54. №1 (авторҙ.). 

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке