МАКСИМОВ Геннадий Семёнович (22.1.1895, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Миәҙек а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 24.11.1968, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1949), проф. (1954). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1920) Өфө тире‑венерология диспансерында эшләй, 1921 й. алып БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Байҡы а. участка дауаханаһы мөдире, 1925 й. башлап Бөрө ҡ. эшләй, 1928 й. — Белорет ҡ. тире-венерология диспансеры мөдире. 1929 й. алып Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда: 1938 й. — бүлексә мөдире, 1946 й. — бүлек мөдире. 1941—42 йй. 478‑се күсмә ялан госпитале нач. (Калинин фронты). 1953—67 йй. БДМИ‑ның тире һәм венерология ауырыуҙары каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре сифилистың, рактың иртә стадияларын диагностикалауға, венерик сирҙәрҙе һәм тире ауырыуҙарын (дерматоздар, псориаз, пиодермия, тире туберкулёзы, тәңкәле тимерәү һ.б.) дауалау һәм иҫкәртеүгә арналған. 36 фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе (1953—67). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1953).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке