МАКСИМОВ Геннадий Григорьевич (29.3.1940, Өфө), токсиколог. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Әлшәй р‑ны мед. учреждениеларында эшләй. 1969 й. алып Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда: 1972 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1973 й. — лаб. етәксеһе, 1984 й. — фән б‑са дир. урынбаҫары, 1995 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 1996 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тының хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар курсы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге кеше экологияһына, сәнәғәт һәм клиник токсикологияға, һөнәри ауырыуҙарға, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә хеҙмәт гигиенаһына, “Янғантау” шифаханаһының термаль сығанаҡтары газдарының биол. активлығын өйрәнеүгә арналған. М. ҡатнашлығында сплайнтехнологиялар ҡулланып ағыуҙарҙың токсиклыҡ дәрәжәһен күҙаллау ысулдары эшләнә, сәнәғәт пр‑тиеларының эш зонаһы һауаһында 18 матдәнең ПДК‑һы нигеҙләнә. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Нефть и здоровье: в 2 ч. Уфа, 1993 (авторҙ.); Уфимская школа промышленных токсикологов. Уфа, 2013 (авторҙ.); Прогноз безвредного стажа для работающих во вредных условиях (физиолого‑гигиеническая диагностика профессионального риска, прогностическая профилактика и гигиеническая прогностика). Саарбрюккен, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке