МАКАРОВА Людмила Васильевна (16.3.1924, Ишем ҡ.), педиатр, инфекционист. Мед. ф. д‑ры (1978), проф. (1979). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). БДМИ‑ны тамамлаған (1946), 1949—53 йй. Өфө фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. 1950—96 йй. БДМУ‑ла эшләй: 1953 й. алып уҡытыусы, 1974—86 йй. балаларҙың инфекцион ауырыуҙары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге дизентерияның, туберкулёз менингитының, хроник пневмонияның патогенезын тикшереүгә, эсәк инфекциялары ваҡытында аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлегенең функциональ торошон, балаларҙа ашҡаҙан аҫты биҙенең фермент системаһы боҙолоуҙарын өйрәнеүгә, дауалау туҡланыуы мәсьәләләренә һ.б. арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.