МАЙСЫБЫҠ (Phlomis), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда сәнскеле М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡарағусҡыл шәмәхә төҫөндә, төклө, ябай йәки төбөндә тармаҡлы, төҙ, бейеклеге 50—80 см. Тамыр яны япраҡтары оҙонса ланцет йәки ланцет формаһында, оҙон һаплы; һабаҡ япраҡтары оҙонса тар ланцет формаһында, ҡыҫҡа һаплы; ос япраҡтары ланцет, ултырма. Сәскәләре зәңгәрһыу ал төҫтә, ултырма, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ялған суҡтарҙа урынлашҡан. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Далала, болондарҙа, ҡоро һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә. Ейәнсура, Көйөргәҙе р‑ндарында осрай. Баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге. Составында С, В2, Е, К витаминдары, каротиндар, алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке