МАЙЛЫ ЯПРАҠ (Pinguicula), һыу бөрсөгө һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка тауҙарында (ш. иҫ. Утлы Ерҙә) таралған. Башҡортостанда ябай М.я. үҫә. Күп йыллыҡ йыртҡыс үлән. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 8—12 см. Япрағы (оҙонлоғо 2—4 см, киңлеге 0,6—2 см) ябай, тығыҙ тамыр яны розеткаһында, горизонталь рәүештә йәйелгән, оҙонса-эллипс формаһында, тупаҡ, төбөнә табан тарайған, өҫкө пластинкаһы асыҡ йәшел төҫтә, биҙле-йәбешкәк. Сәскә уғы яңғыҙ (һирәкләп 2—3), йәшенең бик ваҡ биҙле төктәре бар (сәскә атҡандан һуң юҡҡа сығалар). Сәскәһе яңғыҙ, өҫкө, һалынҡы, ике иренле. Касаһы өсмөйөш айырсалы, емешендә ҡала, тажы күкһел шәмәхә төҫөндә, нескә беҙ рәүешле оҙонайған ҡыуыш үҫентеле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — шарға оҡшаған ҡумта, 2 ҡапҡаслы, авг.—сент. өлгөрә. Гигрофит, торфлы күрәнле-гипналы, һирәгерәк күрәнле- сфагнумлы карбонатлы һаҙлыҡтарҙа үҫә. БР‑ҙа 5 һаҙлыҡта — Салауат р‑нында Арҡауыл, Ҡарағол, Суҡтал, Ҡыйғы р‑нында Озёрский, Дыуан р‑нында Светлый күле һаҙлыҡтарында — осрай. Бөжәк ашаусы үҫемлек. Составында органик к‑талар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һыйыр уны ашаһа, һөтө тәмһеҙләнә һәм ҡуйыра. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке