МАЙЛЫ БӘШМӘК (Suillus), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. БР‑ҙа 7 төрө бар. Эшләпәһенең диам. 3—6, һирәгерәк 14 см тиклем, һорғолт, һары йәки көрән төҫтә, шыма, лайлалы йәки йәбешкәк, һирәк осраҡта сүсле. Япмаһы айырым, ҡайһы бер төрҙәрҙә юҡ. Гименофоры көпшәле, һабына табан төшөп тора, эшләпәнең итсәһенән еңел айырыла. Һабы шыма йәки бөртөклө, ҡайһы берҙә ҡулсалы йәки ваҡ сөйәлле, һирәк осраҡта улары булмай. Спора онтағы һарғылт йәки йәшкелт көрән. Ысын М.б., ярмалы М.б., һарғылт көрән М.б. ылыҫлы ағастар (ҡарағастан башҡа), һоро М.б. һәм ҡарағас М.б. ҡарағас м‑н генә микоризаға инә. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында ылыҫлы, һирәгерәк япраҡлы һәм ултыртылған урмандарҙа үҫә, июндән алып окт. тиклем осрай. Ашарға яраҡлы бәшмәк (әсе М.б. башҡа), ҡарағас М.б. һәм ябай М.б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Әҙәб.: К у ч е р о в а С.В. Грибы Башкортостана. Уфа, 2005. 

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке