МАЙЛУТ, крамбе (Crambe), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда татар М. үҫә. Йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Япрағы эре, итләс, күп бүлкәтле. Сәскәһе аҡ төҫтә, күп һанлы, сәскәлеге һепертке һымаҡ. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ике быуынлы асылмаусан пәрҙәле ҡуҙаҡ, июль—авг. өлгөрә. Орлоҡтары өлгөрөү осоронда “ҡамғаҡ” барлыҡҡа килтерә, был орлоҡтарҙың таралыуына булышлыҡ итә. Далала үҫә, һирәкләп Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә, Дөйөм Һыртта, Көньяҡ Уралдың көнбайыш армыттарында осрай. Ашарға яраҡлыүҫемлек, йәш һабаҡтары һәм япраҡтары ашарға яраҡлы; составында С витамины, каротин, емештәрендә — ҡуйы майҙар бар. Мал аҙығы, декоратив, баллы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.