АРҠАУЫЛ, ауыл, 1997 й. алып Өфө составында, Орджоникидзе р‑нының Турбаҫлы а/с ҡарай. Өфөнән Т. 25 км һәм Черниковка т. юл ст. Т.-Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 91 кеше; 1959 — 86; 1989 — 66; 2002 — 71; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Фаразланыуынса, 20 б. башында Өфө өйәҙе Иҫке Турбаҫлы а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Иҫке Турбаҫлы (Башҡорт Йәмғиәте) исеме м‑н теркәлгән, 1925 й. 57 йорт иҫәпкә алынған. 1997 й. ҡарата Благовещен р-нының Турбаҫлы а/с ҡараған. Х.Н.Зәйнуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке