“ӨФӨ‑АСТОРИЯ”, ҡунаҡхана, ЯСЙ. 6 ҡатлы бинала 180 номер, магазин, бар урынлашҡан. 2012 й. 28 кеше эшләгән. 1895 й. төҙөлә (3 ҡат; архитектор К.А.Гуськов проекты), 1909 й. алып сауҙагәр С.П.Зайковтың фатир тибындағы килем йорто булараҡ билдәле; 1914 й. башлап “Астория” ҡунаҡханаһы [революциянан (1917) һуң Өфө ҡала башҡарма ком‑ты һәм КПСС‑тың ҡала ком‑ты урынлаша]; 1956 й. алып “Өфө” ҡунаҡханаһы, 1991 й. — МУП, 2004 й. хәҙ. статусын, 2006 й. хәҙ. исемен ала. 2005—07 йй. бина үҙгәртеп ҡорола. Бина – тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.