“ӨФӨ” у н и в е р м а г ы. Аҙыҡ‑түлек һәм сәнәғәт тауарҙары м‑н ваҡлап‑күмәртәләп сауҙа итеү м‑н шөғөлләнә, 20‑нән ашыу көнкүреш хеҙмәт төрө күрһәткән. 1967 й. Өфөлә асыла, 1992 й. алып Рәсәй универмагтары ассоциацияһы (РФ‑тың 55 эре универмагын берләштерә) составында, 1993 й. —«“Ө.” универмагы» ЯАЙ, 2008 й. ябыла. Бинаның дөйөм майҙаны 10 мең м2 тәшкил итә, ш. иҫ. сауҙа залдары — 4,8 мең м2. Составына универсаль магазин, кафе, автомобилдәр туҡтау урыны инә. 1997 й. 500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. 2003 й. “Ө.” универмагы бинаһы «“Каруанһарай” Сауҙа-эш комплексы» ЯСЙ‑на бирелгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018