ӨФӨ ФАНЕР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составында ағас‑юнысҡы плиталары, фанер производстволары; автотранспорт, ремонт‑төҙөлөш, ремонт‑механика цехтары; ыҫмала етештереү участкаһы; пар энергияһын файҙаланыу хужалығы бар. 2012 й. 1199 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла (80%‑тан күберәк). 1935 й. таҡта ярыу (1933 й. файҙаланыуға индерелә) һәм Фанер з‑дтары (1934; икеһе лә — Черниковск ҡ.) берләшкәндән һуң Черниковск фанер комб‑ты булараҡ ойошторола (1941 й. алып авиация фанераһы һәм шпон сығара), 1960 й. башлап Өфө фанер‑мебель комб‑ты (1966 й. тиклем составына Мебель ф‑каһы инә; ҡара: “Башмебель”), 1966 й. хәҙ. исемен ала, 1994 й. алып ААЙ, 1996 й. — “Башлеспром” ААЙ филиалы, 2003 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 2012 й. яғыулыҡ брикеттары етештереү үҙләштерелә. Пр‑тие м‑н С.Д.Пономарёв, Г.С. Суворов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.