ӨФӨ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1960 й. “Башмежколхозстрой” берекмәһенең урман әҙерләү контораһы булараҡ ойошторола, 1974 й. алып Ө.у.с.х., 90‑сы йй. урман участкалары акциялаштырыла, 1996 й. “Өфө” дәүләт урман сәнәғәте комплексына үҙгәртелә, 2007 й. ябыла. Составына Үркәс (Йылайыр р‑ны), Үҙән (Белорет р‑ны), Урғалы (Балаҡатай р‑ны), Үрге Һөйән һәм Знаменский (икеһе лә — Ҡариҙел р‑ны) урман участкалары ингән. 1995 й. 474 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

М.Й.Рәжәпов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018