ӨФӨ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, ағас ағыҙыу м‑н шөғөлләнгән. 1948 й. Өфө моторҙар базаһында Өфө транспорт ағас ағыҙыу контораһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Башлес” комб‑тының Өфө ағас ағыҙыу ПБ, 1973 й. — Өфө ағас ағыҙыу контораһы, 1983 й. — Өфө урман комб‑ты, 1997 й. — ДУП, 1948 й. башлап “Башлеспром” ААЙ составында, 1999 й. “Башлесснаб” ДУП‑ы м‑н берләштерелә. Составына Йүрүҙән (Ҡараяр ҡасабаһы), Үрге Өфө (Муллаҡай а.; икеһе лә – Ҡариҙел р‑ны), Эҫем (Ҡырмыҫҡалы р‑ны Сахай а.), Павловка (1995 й. тиклем; Нуриман р‑ны) ағас ағыҙыу участкалары; Өфө ағас тейәү биржаһы (паркет, ағас эше, тара һ.б. цехтар); Өфө рейды (флот, ремонт базаһы, суднолар ултырған урын, такелаж базаһы) ингән. 1998 й. 115 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.