ӨФӨ ТРИКОТАЖ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Ҡатын‑ҡыҙҙар кейеме, мәктәп формаһы, өй өсөн текстиль етештерә. Составына экс‑ перименталь, бәйләү, киҫеү‑әҙерләү, тегеү цехтары; лаб. инә. Фирма магазиндары селтәре бар. 2013 й. 164 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1939 й. “Трикотаж” артеле булараҡ асыла (буяу цехы һәм трикотаж производствоһы була, кейем өсөн туҡыма сығарыуҙа махсуслаша, 1940 й. трикотаж туҡыма, эске кейем һәм балалар өсөн трикотаж, 1942 й. йөн ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр етештереү үҙләштерелә); 1944 й. Ленин районының сәнәғәт комб‑ты составына инә, уның нигеҙендә 1950 й. тегеү‑трикотаж производствоһы төҙөлә. 1960 й. алып Ө.т.ф. (бәйләү һәм тегеү производстволары була, өҫкө трикотаж сығара), 1962 й. — Өфө кизе‑мамыҡ ком- бинаты составындағы трикотаж цехы; 1963 й. хәҙ. исемен йөрөтә, тегеү производствоһы 8 Март ис. Өфө тегеү ф‑каһына бирелә (ҡара: Өфө сәнәғәт‑сауҙа тегеү фирмаһы), 1993 й. башлап ААЙ, 2013 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018