ӨФӨ ТРАНСФОРМАТОРҘАР ЗАВОДЫ, “ЭЛЕКТРОЗАВОД” холдинг компанияһы ААЙ‑ның айырым бүлеге (Мәскәү). Көс биреү, май һәм ҡоро бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанциялары етештерә. Составында көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары, комплектлы трансформатор подстанцияһы производстволары бар. 2013 й. 2 меңгә яҡын кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә ебәрелә.__ 2005 й. асыла, 2009 й. файҙаланыуға индерелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.