ӨФӨ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ КОМБИНАТЫ. 1904 й. ойошторола, 1907 й. Өфө силикат кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡеүәте йылына 3—3,5 млн дана, 2 ҡыҫҡысы, 2 һүндереү барабаны, 4 тупик автоклавы, быу ҡаҙаны булған), 1931 й. алып “Башкирстройматериалы” берекмәһе (ҡара: “Башстром”) составында; 60‑сы йй. башында ангидрит‑цемент, Воронков һәм Новиков гипс заводтары м‑н ҡушылғандан һуң (бөтәһе лә — Өфө) Ө.т.м.к.; 1987 й. Өфө кирбес з‑ды (1927 й. асылған) м‑н берләштерелә, 1995 й. башлап ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына керамик кирбес (1‑се, 4‑се һәм 5‑се цехтар; 1887 й. асылған), силикат кирбес һәм таш (1907), мәғдән булмаған материалдар (1971; Өфө р‑ны Алексеевка а.), күҙәнәкле блок (1998) производство‑ лары ингән. 2005 й. 516 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.З.Ширғәзин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке