ӨФӨ ТИМЕР ЮЛ ВОКЗАЛЫ, Тимер юл вокзалдары дирекцияһының структур бүлексәһе — “Рәсәй тимер юлдары” ААЙ фи‑ лиалы. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгенең алыҫ ара һәм ҡала яны бәйләнеше поездары пассажирҙарын хеҙмәтләндерә. 1888 й. Һамар‑Өфө т. юлы асылыуға бәйле Өфө станцияһы вокзалы булараҡ асыла, 1890 й. алып Һамар‑Златоуст (1936 й. башлап В.В. Куйбышев исеме бирелә), 1949 й. — Өфө т. юлы, 1959 й. — Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһе (2003 й. алып пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү б‑са юл дирекцияһы структур бүлексәһенең Башҡ‑н пассажирҙар хеҙмәтләндереү дирекцияһы) идаралығы ҡарамағында, 2007 й. башлап Куйбышев төбәк тимер юл вокзалдары дирекцияһының Өфө тимер юл вокзалы. 2012 й. 239 кеше эшләгән; пассажирҙар хәрәкәте күләме тәүлегенә алыҫ араға йөрөгән поезд пассажирҙары — 50 пар (ш. иҫ. 10‑һы — Куйбышев т. юлының Башҡ‑н төбәге) һәм ҡала яны поезында 19 пар тәшкил итә; 1,7 млн пассажир, шуларҙың 1,0 млн — алыҫ араға йөрөү поездары м‑н ебәрелгән. Шулай уҡ ҡара: Вокзалдар.

А.Н.Безденежных

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018