ӨФӨ ТЕПЛОВОЗДАР РЕМОНТЛАУ ЗАВОДЫ, ААЙ. Тепловоздар, ҡуш тәгәрмәстәр, тартыу двигателдәре, ике машиналы агрегаттар ремонтлау, рессорҙар, рессор табаҡтары, бронза һәм суйын ҡойолмалар, сүкелгән металл киҫәктәре етештереү эштәрен башҡара. Составына тепловоз йыйыу, дизель, ремонт‑механика, тәгәрмәс, тимерлек‑ҡойоу, ярҙамсы цехтар инә. 2012 й. 350 кеше эшләгән. Продукцияһын һәм хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, яҡын һәм алыҫ сит илдәр пр‑тиелары.

1888 й. Һамар‑Өфө тимер юлының Өфө баш т. юлы оҫтаханалары булараҡ нигеҙ һалына (3 корпустан тора: унда 5 цех һәм 4 бүлексә була, 167 эшсе иҫәпләнә). 19 б. аҙ. — 20 б. башында оҫтаханалар эшселәре революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша, 1900 й. социал‑демократтар түңәрәге ойошторола (етәксеһе И.С.Якутов). Революция (1905—07) барышында забастовкалар, митингылар үткәрелә; эшселәрҙең бер өлөшө Өфө тимер юл оҫтаханалары мастеровойҙары һәм эшселәренең патриотик йәмғиәтенә ингән. Революция (1917) осоронда 128 кешенән торған дружиналар эшләгән (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары). Граждандар һуғышы йылдарында оҫтаханалар өлөшләтә ҡыйратыла, 1927 й. улар тергеҙелә башлай, 1930—35 йй. үҙгәртелә. 1930 й. алып Өфө паровоз вагондары ремонтлау з‑ды, 1940 й. — Өфө паровоздар ремонтлау з‑ды (Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бронепоездар, автомобилдәр ремонтлай, снарядтар, ялан кухнялары етештерә; 1942 й. “Полководец Суворов” һәм “Александр Невский”, 1943 й. – “Өфө” һәм “Салауат Юлаев” бронепоездары эшләп сығара); 1968 й. хәҙ. исемен ала, 2002 й. — ФДУП, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие м‑н П.А.Комлев, Т.С.Кривов, А.А.Яковлев эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: И в а н о в В.Б. Винтовка и молот. Уфа, 1980.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.