ӨФӨ СПИРТ ЗАВОДЫ. Өфө р‑ны Булгаков а. урынлашҡан. Составына спирт производствоһы; углекислота, механика цехтары; барданы һаҡлау һәм ебәреү, ярҙамсы участкалар инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1900 й. Өфө губернаһында О.А.Ралдең шарап ҡыуыу з‑ды базаһында Александровка спирт з‑ды (составына аппарат, әсетеү-сүпрә бүлексәләре, ҡур, картуф йыуыу бүлмәләре, тирмән ингән) булараҡ ойошторола, 1955 й. алып “Башспиртотрест”ың А.Д.Цюрупа ис. спирт-совхоз-комбинаты (1962 й. тиклем составында А.Д.Цюрупа ис. с‑з була), 1962 й. — “Өфө” спирт з‑ды, 1998 й. — Өфө спиртараҡы комбинаты составындағы Ө.с.з. (2001—03 йй. “Булгаков” бүлендек пр‑тиеһы).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.