ӨФӨ СӘНӘҒӘТ‑САУҘА ТЕГЕҮ ФИРМАҺЫ. Ҡатын‑ҡыҙҙар һәм балалар өсөн еңел кейем, түшәк кәрәк‑яраҡтары тегеү м‑н шөғөлләнгән. 1929 й. 8 Март ис. Өфө тегеү ф‑каһы булараҡ ойошторола (респ. берҙән‑бер тегеү пр‑тиеһы булған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа шинелдәр, гимнастёркалар, противогаз сумкалары, пилоткалар ебәргән), 1975 й. (4 тегеү, бесеү, эксперименталь һ.б. цехтар) Бөрө, Туймазы тегеү ф‑калары һәм Белорет ҡ. филиалы м‑н бергә 8 Март ис. Өфө производство тегеү ф‑каһы берекмәһе составына ингән; 1988 й. алып Башҡ‑н сәнәғәт‑сауҙа тегеү берекмәһе, 1991 й. — Ө.с.‑с.т.ф., 1993 й. — ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына бесеү, тегеү, модель‑эксперименталь участкалары ингән. 2003 й. 185 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.З.Ширғәзин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018