ӨФӨ ПРОТЕЗЛАУ‑ОРТОПЕДИЯ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ФДУП. Ортопедия аяҡ кейеме һәм олтораҡтар, ҡул һәм аяҡ протез‑ дары, туторҙары, аяҡ аппараттары, бандаждар, реклинаторҙар, тубыҡсалар, баш тотҡостар, корсеттар һ.б. етештерә. Составына протезлау‑ортопедия изделиелары эшләү, ортопедия аяҡ кейеме участкалары; ҡатмарлы, беренсел һәм атипик протезлау стационары; амбулатор протезлау бүлексәһе инә; филиалдары Стәрлетамаҡ (1970 й. ойошторолған), Белорет (2003) ҡҡ. бар. 2012 й. 147 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1922 й. Өфө протезлау оҫтаханаһы булараҡ асыла, 1964 й. алып хәҙ. исемен, 1995 й. хәҙ. статусын йөрөтә. Пр‑тиела 2009 й. РФ‑та тәүге тапҡыр электр блокировкалы тубыҡ модуле булған аяҡ ортезы, тармаҡта — микропроцессор терәү фазалары һәм протез күсермәләре м‑н идара ителмәле янбаш протезы эшләү технологияһы ғәмәлгә индерелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке