ӨФӨ ПРОМКОМБИНАТЫ. Тире иләү, йәнлек тиреһенән изделиелар, матрастар, мамыҡ юрғандар, түшәк кәрәк‑ярағы, куртка, халат һ.б. тегеү; быйма баҫыу м‑н шөғөлләнгән. 1943 й. Башҡ‑н ҡулланыусылар союзының промкомбинаты булараҡ асыла, 1962 й. алып Майлы техник хужалыҡ тауарҙары з‑ды м‑н берләштерелгәндән һуң (1942 й. асыла, һабын, сода, шампунь, парафин шәмдәр, тәгәрмәс майы һ.б. етештерә) Ө.п., 1999 й. – ЯСЙ, 2004 й. ябыла. Составына тегеү производствоһы; быйма баҫыу һәм тире иләү цехтары ингән. 2000 й. 110 кеше эшләгән; 5,8 мең пар кейеҙ аяҡ кейеме, һарыҡ тиреһенән 380 дана куртка, 1,3 мең дана түшәк кәрәк‑ярағы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке