ӨФӨ ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. Авиация һәм йыһан техникаһы, үткәргес торба транспортының бикләү‑көйләү арматураһы өсөн привод техникаһы, автоматлаштырыу саралары һ.б. етештерә. Составында йыйыу‑монтажлау, механик әҙерләү, тимерлек‑штамплау, ҡойоу‑термик, пластмасса эшкәртеү, иретеп йәбештереү, йомғаҡ изделиелары, баҫыу платаһы, гальваник һәм лак‑буяу, инструмент производстволары; лаборатор‑һынау комплексы бар. 2012 й. 2119 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар: самолёт һәм вертолёт төҙөү пр‑тиелары, авионика етештереүселәр, С.П.Королёв ис. “Энергия” ракета‑йыһан корпорацияһы (Мәскәү), БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең, Ҡаҙағстан, Италия һәм Чехияның нефть һәм газ сығарыу, нефть химияһын эшкәртеү, арматура төҙөү пр‑тиелары. 1956 й. 123‑сө Дәүләт союз з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (40‑сы почта йәшниге; 1958 й. автопилоттар, 1962 й. — “Йыһан” һәм “Восток” серияһы йыһан караптары өсөн, 1966 й. алып “Аналог‑1” һәм “ЭДВМ” изделиелары өсөн борт иҫәпләү техникаһы һәм авиация‑пилотаж комплекстары, прибор ҡорамалдары эшләп сығарыу үҙләштерелә), 1966 й. башлап Өфө приборҙар эшләү з‑ды (1969—89 йй. В.И.Ленин ис.), 1989 й. — Өфө приборҙар эшләү берекмәһе, 1996 й. — хәҙ. исемле ДУП (1999 й. “Союз‑ТМА” һәм “Прогресс‑М” серияһы транспорт караптары өсөн борт приборҙары эшләп сығарыла), 2001 й. — ФДУП, 2012 й. алып хәҙ. статусын ала. “Почёт Билдә .е” орд. м‑н бүләкләнгән (1976). СССР МС‑ы пр. лауреаты (1982). Пр‑тие м‑н В.К. Абрамов, Ю.Г.Бакланов, Р.Н.Вәлиев, Д.Н.Змитроченко, Н.Г.Ковалёв, С.А.Лавров, Г.В.Панков, И.Х.Хәбирйәнов, Р.М.Шәрипов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке