ӨФӨ ҺЫҘЫМ ПРИБОРҘАРЫ ЗАВОДЫ, идара итеү һәм инженерҙар хеҙмәтен механизациялау һәм автоматлаштырыу сараларын етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. “Металлист” (Өфө) һәм “Ударник” (Днепропетровск ҡ. эвакуацияланған) артелдәре базаһында “Завод №11” артеле булараҡ ойошторолған; 1953 й. алып артель, 1956 й. — “Металлоштамп” з‑ды, 1968 й. — Ө.һ.п.з., 2000 й. ябыла. 1997 й. 140 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.З.Ширғәзин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.