ӨФӨ ҺЫҒЫЛМАЛЫ ВАЛДАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Составында һығылмалы валдар, металл шлангылар эшләү, механика, энерге‑ тика участкалары; склад хужалығы бар. 2012 й. 70 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. 1941 й. эвакуацияланған “Металлорукав” Мәскәү з‑ды базаһында “Металлошланг” Дәүләт союз Өфө з‑ды булараҡ ойошторола, 1942 й. алып 598‑се завод, 1949 й. — Дәүләт союз Өфө һығылмалы валдар з‑ды, 1991 й. башлап хәҙ. исемдәге ҠП, 1996 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.