АРКТУР, Үгеҙ көтөүсе α‑һы, ҡыҙғылт һары гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,00. Радиусы б‑са Ҡояштан яҡынса 24 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 40 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Апр.—майҙа, төн уртаһында йондоҙ көньяҡҡа офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (54°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018