ӨФӨ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Ҡорос һәм алюмин төҙөлөш конструкциялары һәм изделиелары етештерә, сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшөндә металл һәм тимер‑бетон конструкцияларҙы монтажлау м‑н шөғөлләнә. Составында һаҡлаусы алюмин төҙөлөш конструкциялары, ҡорос металл конструкциялары цехтары (икеһе лә 1989 й. асылған); механизация, монтаж, электр‑механика (бөтәһе лә — 1956), гальваник (1971) участкалары бар. 2003 й. 182 кеше эшләгән. 1956 й. “Авиаспецмонтаж” ПБ‑ның 5‑се Монтаж идаралығы булараҡ асыла (Мәскәү), 1958 й. алып 5‑се Производство‑монтаж идаралығы, 1994 й. — “Авиаспецмонтаж” ААЙ, 2003 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Пр‑тие ӨАПБ‑ла, ӨМЭПБ‑ла, ӨПЭПБ‑ла производство цехтарын; “Башҡортостан” сауҙа үҙәген, “Өфө” универмагын һ.б. төҙөү һәм яңыртыуҙа ҡатнаша. Пр‑тие м‑н Г.Т.Бондаренко, В.М.Тяптин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018