ӨФӨ МОТОРҘАР ЭШЛӘҮ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. РФ‑та авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур берекмә. Хәрби авиация, вертолёт техникаһы узелдары өсөн газ турбиналы двигателдәр эшләй, етештерә һәм ремонтлай; нефть‑газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар һ.б. сығара. Составына төп һәм инструменталь производстволары инә. А.Люлька ис. тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһы (Мәскәү), Лыткаринск машиналар эшләү з‑ды филиалдары; Мәскәүҙә вәкиллеге бар. 2013 й. 20000 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. 1931 й. Өфө р‑нының Богородский а. янында комбайн моторҙары етештереү өсөн Өфө мотор з‑ды асыла, 1940 й. алып 384‑се завод, 1941 й. уның терр‑яһында эвакуацияланған 26‑сы Рыбинск мотор з‑ды (1925 й. асылған) урынлаша, дек. улар 26‑сы Дәүләт союз з‑дына берләштерелә, уның составына 234‑се һәм 451‑се Ленинград мотор з‑дтары, 219‑сы Мәскәү эргәһендәге з‑дтың бер өлөшө, Мәскәү үҙәк авиация моторҙар эшләү ин‑тының проект бюроһы, 336‑сы Өфө дизель з‑ды инә; 1967 й. башлап ӨМЭЗ, 1978 й. хәҙ. исемен (1992 й. составына 1980 й. асылған Башҡ‑н машиналар эшләү з‑ды инә), 1993 й. хәҙ. статусын ала. 2008 й. алып «“ОБОРОНПРОМ” берләшкән сәнәғәт корпорацияһы» ААЙ бүлендек компанияһының “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” ААЙ составына инә (икеһе лә — Мәскәү), 2011 й. — “Хәрби авиация өсөн двигателдәр” дивизионының баш пр‑тиеһы булып тора. Пр‑тиела автоматлаштырылған ҡойоу формаларын эшләү, аныҡ тешле тәгәрмәс әҙерләү, титан иретмәләренән һәм никель иретмәләренән электрон‑нурлы узелдар иретеп йәбештереү (бөтәһе лә — 2007), табаҡлы материалды лазер м‑н киҫеү, ярыҡтарҙы программаланған юғары тиҙлектә электр‑эрозиялы тишеү, лазер ҡулланып деталдәрҙе контактһыҙ аныҡ үлсәү (бөтәһе лә — 2008), күп ҡатламлы ион-плазма япмаларын ҡаплау (2009) технологиялары, автоматлаштырылған программалы үткәргес торбалар эшләү технологияһы (2008) индерелә. 2014 й. пр‑тие тарафынан 25‑тән ашыу шыйыҡлыҡ-ракета һәм 50‑нән ашыу авиация (самолёттарҙың 170 тибы өсөн) двигателдәренең моделдәре сығарыла. Ленин (1936, 1971), Ҡыҙыл Байраҡ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Пр‑тие м‑н Л.Ф.Аврас, В.П.Баландин, Г.М.Богданова, И.Н.Бойчев, М.Я.Воловик, С.А.Гаврилов, А.П.Громов, Ф.Ғ.Ғәлимйәнов, В.Д.Дьяконов, П.Д.Лаврентьев, А.Н.Мочалов, Ф.Ә.Нухов, С.П.Павлинич, В.М.Паращенко, В.И.Савельев, М.А.Ферин, Х.И.Чикаев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Уфимское моторостроительное производственное объединение. Уфа, 2000.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке